«Владимир Спиваков саҡыра...» 6-сы Бөтә Рәсәй фестивале башланды

Ошо исем аҫтында Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында 6-сы Бөтә Рәсәй фестивале башланды. Ул Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының «Бөтә Рәсәй филармония миҙгелдәре» программаһы сиктәрендә үтә.

Донъяның иң яҡшы коллективтарының береһе иҫәпләнгән Милли филармония оркестры, дирижер Владимир Спиваков етәкселегендә Өфөнән тыш, Салауат ҡалаһында ла концерт менән сығыш яһаясаҡ. Фестиваль картаһына Салауат осраҡлы ғына индерелмәгән. Ҡалала Владимир Спиваковтың йәш таланттар мәктәбе эшләй.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ