Рәсәй стратегик һуғыш ҡоралдарын сикләү тураһында килешеү шарттарын үтәүҙе туҡтатып тора. Тиҙҙән махсус хәрби операция иғлан итеүгә бер йыл тула. Мобилизацияланыусылар һәм ирекле батальондар сафында хеҙмәт иткән яугирҙәр Украина нацистары менән алыша. Коллектив көнбайыш уларҙы ҡорал менән тәьмин итә һәм илебеҙ иҡтисадына тиңһеҙ баҫым яһай. Президенттың мөрәжәғәтнамәһе ошондай шарттарҙа яңғыраны. Уның күп өлөшө махсус хәрби операция һәм НАТО дәүләттәренә ҡаршы тороуға арналды. Илдә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү дәүләт фонды булдырыла. Уны ойоштороу халыҡты тағы ла берләштерәсәк тигән фекерҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов.







