“Беҙҙең көсөбөҙ – халыҡтар берҙәмлеге һәм бөйөк еңеү өсөн берләшеү”. Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова Президент Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһенә шундай баһа бирҙе. Дәүләт башлығы Рәсәй халҡының берҙәмлеген һәм дуҫлығын айырым иғтибарға алды. Ул граждандарға ҡыйыулыҡ һәм тәүәккәллек өсөн рәхмәт белдерҙе. Ошондай һүҙҙәр ҙур әһәмиәткә эйә, - тине Эльвира Айытҡолова.







