Республикала Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан байрам саралары ойошторола. Стәрлетамаҡта махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә “Ашҡаҙар” гәзите призына шахмат буйынса асыҡ ҡала турниры үтте. “Ярышта иң көслө уйынсылар ғына асыҡланып ҡалмай, ә йәш быуында тыуған илгә, Ватанға һөйөү тәрбиәләнә”, - ти баҫманың баш мөхәррире Рәмил Мансуров.







