Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала йәш яҙыусы Кристина Андрианова-Книганың яңы йыйынтыҡтарының исем туйы үтте. Башҡортостандың яҙыусылар һәм журналистар союздары ағзаһы йәмәғәтселеккә «Бер тәржемәсенең 55 тарихы» тип исемләнгән һайланма тәржемәләр тупланмаһы менән «Өс йөҙ сармат» шиғырҙар китабын тәҡдим итте.
Авторҙың тәржемәләр йыйынтығына Башҡортостан, Татарстан, Хакас, Сыуаш республикалары һәм яҡын сит илдәр ижадсыларының әҫәрҙәре ингән. Кисәлә улар видео-бәйләнеш аша ҡушылды. Ә шиғырҙар китабында иһә мәңгелек темалар яҡтыртылған, балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәре ингән.



