Премьер-министр был турала министрлыҡ-ведомство, муниципаль берәмек башлыҡтары, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр, идарасы компаниялар етәкселәре менән кәңәшмәлә белдерҙе.
Әлеге Башҡортостанда 86 йорт зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылмаған. Был объекттарҙа газ елләтеү һәм төтөн каналдары эшләмәү сәбәпле һүндерелгән. Андрей Назаров ҡала-район башлыҡтарына йорттарҙы тикшереп сығырға, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса саралар күрергә ҡушты. Газды тиҙ арала тоташтырыу мотлаҡ, шул уҡ ваҡытта профилактика үткәрелергә, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлергә тейеш. Өфө ҡалаһы өсөн билдәләнгән срок-3 ай, райондар өсөн-2 ай, тине Премьер-министр.
Йорттарҙа елләтеү һәм төтөн системаһы эшләмәһә ҡайҙа мөрәжәғәт итергә, уларҙы кем ремонтларға тейеш? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты Башҡортостан юлдаш телевидениеһында 28 февраль 19 сәғәттә үтәсәк брифингта алырға мөмкин. Тапшырыу тура эфирҙа бара.






