Яҡынлашып килгән Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика мәктәптәрендә патриотик осрашыуҙар ойошторола. Өфөнөң 105-cе гимназияһында хәрби ойошма ветерандары, сик буйы һаҡсылары, федераль именлек хеҙмәте вәкилдәре балалар менән аралашып илһөйәрлек хистәре менән уртаҡлашты. Сығыш яһаусылар хәрби хеҙмәт тәжрибәһе тураһында һөйләп, Ватан өсөн көрәшеп һәләк булған һалдаттарҙы иҫкә алды.
Осрашыуҙа мәктәптә патриотик тәрбиә эшен ойоштороусы уҡытыусыларға рәхмәт хаттары тапшырылды. Мәғариф учреждениеларында Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан саралар һәм осрашыуҙар, асыҡ дәрестәр ойоштороу артабан да дауам итәсәк.






