Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан төрлө өлкәләрҙә уңышҡа өлгәшкән һөнәрмәндәрҙе тәбрикләне. Төҙөлөш, ауыл хужалығы, медицина, эшҡыуарлыҡ, транспорт һәм башҡа йүнәлештәрҙә оҙаҡ йылдар тырышҡан алдынғы ҡарашлы белгестәргә Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырылды. Сарала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттар иғтибар үҙәгендә булды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
2011 йылда Мысырҙа демонстрациялар башланғас, Башҡортостан студенттарын Өфөгә алып ҡайтыу өсөн махсус экипаж билдәләнгән. Пилоттарҙың тәжрибәһе һәм ҡыйыулығы Ҡаһирәлә белем алған йәштәрҙе тыуған яғына бәлә-ҡазаһыҙ алып ҡайтырға ярҙам итә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров экипаж ағзаларын Салауат Юлаев орденын тапшырҙы. Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ойошторолған бүләкләү тантанаһында үҙ һөнәрендә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде.
Ауыл хужалығы, төҙөлөш, медицина, эшҡыуарлыҡ, транспорт һәм башҡа тармаҡтарҙа оҙаҡ йылдар фиҙәҡәр хеҙмәт иткән һөнәрмәндәргә юғары наградалар, рәхмәт хаттары һәм почет грамоталары тапшырылды. Радий Хәбиров алдынғы ҡарашлы, үҙ эшенә талапсан, яуаплы, илһөйәр белгестәрҙең хеҙмәте республика үҫешенең нигеҙе булып тора, тип белдерҙе.
Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ойошторолған сарала хәрби бурысын башҡарып һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә Батырлыҡ һәм Шайморатов ордендары тапшырылды. Төбәк етәксеһе һалдаттарҙың яҡындары менән шәхсән аралашып, яугирҙарҙың ғаиләләренә даими рәүештә күп яҡлы ярҙам күрһәтеләсәк тип белдерҙе.
Үҙ сиратында хеҙмәт уңғандары юғары наградалар коллектив хеҙмәт емеше тип билдәләне. Берҙәмлектә көс тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Тап бер-береһенә терәк булған татыу хеҙмәт коллективтары бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығып, юғары һөҙөмтәләргә ирешә.
Флорида Ким




