Кинйә эҙҙәре буйлап. Көйөргәҙе районы Кинйәбыҙ ауылында «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә күләмле мәҙәни-спорт сараһы ойошторолдо. Байрам урындағы һәм күрше район халҡы, Ырымбур өлкәһе вәкилдәрен берләштерҙе.
Урында йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар уҡтан атыу, арҡан тартыу, суҡмар ырғытыуҙа көс һынашты, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, Кинйә Арыҫланов музейы менән танышты. Сарала ҡатнашыусылар иғтибарына урындағы ҡул оҫталары күргәҙмәһе лә тәҡдим ителде.
Байрам урындағы мәҙәниәт йортонда ойошторолған патриотик концерт менән дауам итте. Мәҙәни сарала халыҡ уйындарында еңеп сығыусыларға маҡтау грамоталары һәм бүләктәр тапшырылды. Сара аҙағында барыһы ла Ҡорбан ашына саҡырылды. Кинйәбыҙ ауылы «Айыҡ ауыл» конкурсында район данын республика кимәлендә яҡлап, еңеп сығырына ышана.



