Заман геройҙары, берҙәмлек көсө, рәхмәт һүҙҙәре. Быйылғы Ватанды һаҡлаусылар көнө башҡа йылдарҙан илһөйәрлек хисе, ҡаһарманлыҡ рухы, ил һаҡсыларына тәрән ихтирам тойғоһо менән айырылып тора. Тантаналы ултырыштың төп геройҙары ла улар-төрлө осорҙа ил һағына баҫҡан ир-егеттәр. Быйыл был сафта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа бар. Республика башлығы ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙы байрам менән ҡотланы, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, дәүләт наградаларын тапшырҙы. Ошо хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Залда төрлө быуын, милләт вәкилдәре. Әммә уларҙың бөтәһен дә бәйләгән уртаҡ сифат бар, был ир-егеттәр илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ өлгөһө. Һәр береһенең күкрәгендә орден-миҙалдар сыңлай, шаңлы осорҙоң сағылышы булып. Алғы һыҙыҡтан ялға ғына ҡайтҡандар ҙа бар. Республика башлығы илгә ауырлыҡ килгәндә иңен ҡуйған яҡташтарыбыҙға рәхмәт белдерҙе. Махсус хәрби операция халыҡты тарҡатманы, кирһенсә, берләштерҙе, етәкселәр ҙә, ябай халыҡ та ҡалҡан булып ил һағына баҫты, тине Радий Хәбиров.
Махсус хәрби операция башланғандан һуң Башҡортостанда Шайморатов, Доставалов, Салауат Юлаев исемендәге өс батальон төҙөлдө. Алғы һыҙыҡтағылар араһында хәрби юлды һайлаған яҡташтарыбыҙ ҙа, мобилизацияланғандар ҙа бар. Мансаф Юламанов Ҡырмыҫҡалы районынан, легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовтың яҡташы, 3 ай алғы һыҙыҡта булып ҡайттым, Башҡортостан һымаҡ ярҙам иткән төбәк юҡ, ти ул.
Башҡортостан егеттәре һәр ваҡыт батырлығы, илһөйәрлеге менән айырылып торған. Бөтәһе 6 яҡташыбыҙ Рәсәй геройы исеменә лайыҡ булған, 300-ҙән ашыу батырыбыҙға Ҡаһарманлыҡ, Шайморатов, Салауат Юлаев, Суворов, Жуков ордендары тапшырылған. Бөгөнгө тантналы ултырышта ла алғы һыҙыҡта ҡаһарманлыҡ күрһәткән яугирҙәргә, гуманитар ярҙам ойоштороусыларға дәүләт наградалары тапшырылды. Шайморатов ордены менән бүләкләнеүселәр араһында Әбйәлилдән Ирмәк Ҡарағужин да бар. Батыр яугиргә юғары награда үлгәндән һуң бирелде. Республика башлығы орденды Ирмәк Ҡарағужиндың улы Айназға тапшырҙы.
Еңеү өсөн көрәш алғы һыҙыҡта ғына түгел, тыныс тормошта ла бара. Башҡортостан халҡы махсус хәрби операцияға 60 гуманитар ылау оҙатты, ярҙам йыйыу буйынса акциялар олоһон да, кесеһен дә бергә тупланы. Муниципаль берәмектәрҙә яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам буйынса учреждениелар асыла башланы. Алғы һыҙыҡта иһә ике логистика үҙәге эшләй. Шуға күрә Ватанды һаҡлаусылар көнөн дә хәҙер дөйөм халыҡ байрамы тип әйтергә мөмкин.
Башҡортостан башлығы быйыл Миңлеғәле Шайморатовтың һәләк булыуына 80 йыл тулыуын да әйтеп үтте. Әммә бөйөк шәхестең исеме онотолмай, Өфөлә һәйкәл асылды, белем усаҡтарында Шайморатов кластары асыла. Был йәш быуын өсөн мөһим, уларҙың күңеленә илһөйәрлек рухы һалыу кәрәк, ти ветерандар.
Ысынлап та бөгөн һәр кем шәхси өлгө күрһәтә ала. Ҡулға ҡорал алып ҡына түгел, изге эштәр йәки
Ватанды һаҡлаусылар көнөнөң ябай ғына байрам түгел, айырым тәрән мәғәнәгә эйә булыуын көндән-көн нығыраҡ аңлайбыҙ. Илдәге һуңғы ваҡиғалар менән бәйле беҙ тыныс киләсәгебеҙҙең, тотороҡло йәшәйешебеҙҙең тап ил һағындағылар иңендә ятыуын таныйбыҙ. Икенсенән, был дата хәҙер тотош йәмәғәтселектең берҙәмлеге сағылышы ла булып тора. Башҡортостан халҡы махсус хәрби операция башланғандан һуң бер ғаилә булып ойошоп алғы һыҙыҡтағыларға ярҙам итә.
Р.Кәримова




