Өфөлә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Флорид Бүләков йәшәгән йортта иҫтәлекле таҡтаташ асылды

Флорид Миңлемулла улы уҡыусылар күңеленә тәрән фәлсәфәгә ҡоролған тормошсан әҫәрҙәре менән үтеп ингән әҙип. «Һөйәһеңме-һөймәйһеңме» драмаһынан башлап, ике тиҫтәнән ашыу әҫәр авторы.

Милли колоритлы ижады Флорид Бүләковты Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Рәсәйҙең әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты дәрәжәһенә күтәрә. Күренекле драматургтың пьесалары илебеҙҙең 150-нән ашыу театрында сәхнәләштерелгән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ