Өфөлә «Владимир Спиваков саҡыра..» 6-cы Бөтә Рәсәй фестивале программаһына ярашлы концерт ҡуйылды

Маэстро етәкселегендә донъяның иң яҡшы коллективтарының береһе иҫәпләнгән Милли филармония оркестры Людвиг ван Бетховен менән Дмитрий Шостаковичтың классик әҫәрҙәрен башҡарҙы. Фортепианола уйнарға махсус рәүештә йәш талант - Халыҡ-ара конкурстар лауреаты Роман Шер саҡырылғайны.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, фестиваль Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының «Бөтә Рәсәй филармония миҙгелдәре» программаһы сиктәрендә үтә. Киләһе концерт Салауатта була. Фестиваль картаһына ҡала осраҡлы ғына индерелмәгән. Унда Владимир Спиваковтың йәш таланттар мәктәбе эшләй.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ