Мәскәүҙә «Ватандаш» журналының исем туйы үтте

«Ватандаш» журналы Мәскәүҙә. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә баҫманың исем туйы үтте. Әҙәби осрашыуҙы Мәскәү башҡорттарының «Сәсән» ижади берекмәһе етәксеһе Әлфиә Агеева ойошторҙо. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

«Ватандаш» - туған тел, халыҡ яҙмышы, тарихи ысынбарлыҡ тураһында уйланыусыларға тәғәйенләнгән ижтимағи -сәйәси, фәнни-популяр һәм әҙәби-нәфис баҫма. Быйыл уның беренсе һанында Мәскәүҙең «Сәсән» берекмәһе ағзаларының шиғыр-хикәйәләре донъя күреүе лә журнал аудиторияһы киң булыуға ишара.

«Ватандаш» биттәрендә «Сәсән» берекмәһе авторҙарының ижад емештәре донъя күреү бик ҡыуаныслы ваҡиға. Бөгөн журнал вәкилдәре үҙҙәре беҙгә ҡунаҡҡа килде, бай йөкмәткеле программа ойошторолдо. Беҙ бик шатбыҙ .

Әлфиә Агеева, Шағирә, Мәскәү башҡорттарының «Сәсән» ижади берекмәһе етәксеһе

Осрашыуҙа «Ватандаш» журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева менән уның урынбаҫары Фәнисә Таһирова баҫманың йөкмәткеһе, яңы проекттары меннә таныштырҙы. Исем туйында журналдың халҡыбыҙҙың рухи-мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауҙа тотҡан урыны юғары баһаланды.

Сарала Мәскәү авторҙарына йәнә үҙҙәренең ижады менән таныштырыу мөмкинлеге бирелде. «Сәсәндәр»гә «Ватандаш» журналының рәхмәт хаттары тапшырылды. Осрашыуҙы Мәскәүҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең йыр-моңо ла биҙәне.

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ