Ул IQ-парк буйынса проект менән танышты. Студенттар кампусы концессия килешеүенә ярашлы төҙөлә. Тәүге этапта IQ-парк файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Бинаны тулыһынса яңыртырға, капиталь ремонт эшләргә кәрәк. - IQ-паркты йыл аҙағында асыу бурысы ҡуйылған, 10 ай ҡалды. Студенттар өсөн ижад биләмәһе булдырыла. Эште мотлаҡ быйыл тамамларға тейешбеҙ, - тине Радий Хәбиров.







