Мобилизацияланыусылар һәм ирекле батальондар сафында хеҙмәт иткән яугирҙәр Украина милләтселәре менән алыша. Коллектив көнбайыш уларҙы ҡорал менән тәьмин итә һәм илебеҙ иҡтисадына тиңһеҙ баҫым яһай. “Һуғышты көнбайыш башланы, Рәсәй уны туҡтатыу өсөн көс ҡуллана”. Дәүләт башлығы Владимир Путин шулай тип белдерҙе. “Беҙ бөгөн үҙ мәнфәғәттәрҙе генә яҡлап ҡалмайбыҙ. НАТО беҙҙең сиктәргә тиклем киңәйҙе, хәрби контингенттарын яҡынайтты. Америка Ҡушта Штаттары сит илдәрҙә хәрби базалар асып йыйҙы. Улар планетала тыныслыҡ һәм именлек булдырыуға йүнәлтелгән килешеүҙәрҙе өҙҙө”, - тине Владимир Путин.
Боцман ҡушаматлы яугир Александр Доставалов исемендәге ирекле батальонда хеҙмәт итә. Әле ул тыуған яғына ялға ҡайтҡан. “Беҙҙең ир-егеттәр ҡыйыу алыша. Республика даими ярҙам итә”, - ти Боцман.







