Республика Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин 2022 йыл һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Рәсәй Статистика хеҙмәтенең төбәк бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса, былтыр 12 айҙа бер йәшкә тиклем 153 бала вафат булған. Был һан үткән йыл менән сағыштырғанда 67-гә әҙерәк, тине ведомство вәкиле.
Архангел, Асҡын, Тәтешле, Балтас һәм Бөрйән райондары, Ағиҙел һәм Межгорье ҡалаларында балалар үлеме юғары ҡала. Ауырғазы, Бишбүләк, Ғафури, Йылайыр һәм тағы 13 районда сабыйҙар араһында үлем осрағы теркәлмәгән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров:
Республикала 2019 йылдан башлап “Ауыл табибы” программаһы тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы 150-нән ашыу педиатр ауыл дауаханаларына эшкә урынлашҡан. Азат Рәхмәтуллин белдереүенсә, медицина ойошмалары был белгестәр менән 98 процентҡа тәьмин ителгән.







