Башҡортостанда 4 миллион 91 меңдән ашыу кеше йәшәй

Статистика хеҙмәте халыҡ һаны буйынса мәғлүмәттәрҙе яңыртты. Халыҡтың 50 проценттан күберәге ауылдарҙа төпләнгән. Өфөлә 1 миллион 175 мең кеше бар. Халыҡ һаны буйынса артабан Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама, Октябрьский, Күмертау һәм Сибай килә. Райондар араһында иң күп халыҡ Туймазыла теркәлгән, 132 мең кеше йәшәй. Халыҡ һаны аҙ район тип Йылайыр атала, унда 14 мең 798 кеше бар.

Фото №1 - Башҡортостанда 4 миллион 91 меңдән ашыу кеше йәшәй
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ