Радий Хәбиров Евразия фәнни-мәғариф үҙәге сиктәрендә төҙөләсәк студент кампусы майҙанында булды

Радий Хәбиров донья кимәлендәге Евразия фәнни-мәғариф үҙәге сиктәрендә төҙөләсәк студент кампусы майҙанында булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр декабрҙә Халыҡ-ара бизнес аҙналығында Башҡортостан Хөкүмәте «Эталон» төркөмө менән кампус төҙөлөшө тураһында концессион килешеү төҙөнө. 36 мең квадрат метр майҙандағы Айкью паркты үҙ эсенә алған обьекттың тәүге сиратын быйыл файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Төҙөлөш майҙанында Республика башлығы Айкью парктың проект ҡарарҙары менән танышты.

Икенсе сиратта - кампустың үҙәк йәҙрәһе 110 мең квадрат метр майҙанды биләй. Ул 2026 йылда тамамланыр тип көтөлә. Комплекс составына 4,4 мең урынға иҫәпләнгән төрлө майҙансыҡтар инә. Студенттар, уҡытыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн торлаҡ, аудитория-лаборатор блок һәм геном үҙәге, дөйөм туҡланыу урындары, спорт-рекрацион зоналар һәм мәҙәни саралар өсөн биләмәләр ҡаралған.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ