Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан. Бөрө халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бүләк әҙерләгән. Ике аҙна эсендә ҡаланың Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары йөҙҙән ашыу посылка туплаған.
Өҫкө һәм эске йылы һаҡлаусы кейем-һалым, аяҡ кейемдәре, шәхси гигиена һәм медицина кәрәк-яраҡтары, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлекте һәм башҡа мөһим әйберҙәрҙе Медицина һәм фармацевтика колледжында урынлашҡан пунктта ирекмәндәр төргәктәргә бүлгән.
Хәйриә акцияһында тотош Бөрө халҡы - мәктәптәр, балалар баҡсалары, ветерандар ойошмалары вәкилдәре ҡатнашҡан. Гуманитар ылау ошо көндәрҙә махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыласаҡ.






