Башҡортостан киләсәге - ышаныслы ҡулдарҙа. Республика менән идара итеү үҙәгендә Йәштәр Хөкүмәтенең яңыртылған составы Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашлығындағы тәүге ултырышҡа йыйылды. Осрашыу сиктәрендә йәмәғәт башланғыстарында булдырылған кәңәшләшеү органының алдағы ике йылға бурыстары барланды. Унда кадрҙар резервын билдәләү, эксперт-аналитика эше алып барыу, йәштәр берләшмәләрен ойоштороу, төрлө грант конкурстарында проекттар менән сығыш яһау кеүек йүнәлештәр бар.
Йәштәр Хөкүмәте 2019 йылдың 23 апрелендә Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы булдырылғайны. Уның составы ике йыл һайын яңыртылып тора. Сираттағыһында ун туғыҙ кеше - рәйес, уның урынбаҫарҙары һәм төрлө йүнәлеш буйынса эшләйәсәк 16 йәш министр һайлап алынған. Әүҙем гражданлыҡ позицияһы булған егет-ҡыҙҙар төрлө министрлыҡ-ведомстволарҙа стажировка үтеп, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттә карьера башлау мөмкинлегенә эйә.



