Йыл башынан 53 кеше ут ҡорбанына әйләнгән. Был былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, 14 осраҡҡа күберәк. Күңелһеҙ статистиканы кәметеү маҡсатында яуаплы ведомстволар төрлө профилактик саралар ойоштора. Әйтәйек, баш ҡаланың билдәле сауҙа үҙәктәренең береһендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы янғында зыян күреүсегә беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү, уттан һаҡланыу ҡоролмалары менән файҙаланыу кеүек күнекмәләргә өйрәтте. Майҙанда манекенда йөрәк-үпкә реанимацияһына өйрәнергә теләк белдереүселәр ҙә байтаҡ ине.
Быйыл янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡоролмалар ярҙамында 33 кеше ғүмере ҡотҡарылған. Ведомство вәкилдәре хәбәр итеүенсә, мини-сиренаны һәр бер йортҡа ҡуйыу мөһим. Шул уҡ ваҡытта башҡа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында ла оноторға ярамай. Әйткәндәй, беренсе ярҙам күрһәтеү нигеҙҙәренә комитеттың уҡытыу-методик үҙәгендә өйрәнергә мөмкин. Дәрестәр бушлай.






