Өфөнөң 9-сы холоҡ төҙәтеү колонияһында патриотик сара уҙҙы

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ойошмала язаға тарттырылғандар башҡарыуында тематик йырҙар яңғыраны. Сарала ҡатнашҡан төрлө ведомство, йәмәғәт ойошмалары учреждениелағыларҙы байрам менән ҡотлап, Чечня, Афғанстан кеүек ҡыҙыу нөктәләрҙә хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусы 5 ветеранға бүләк тапшырҙы. Оҙаҡ һаҡлана торған, татлы продукциялар ингән аҙыҡ-түлек тупланмаһын йәмәғәтселәр хәйриә аҡсаһына һатып алған. Бындай саралар хөкөм ителеүселәрҙе йәмғиәт тормошонан айырмау өсөн ойошторола. Концерт һуңында залдағылар махсус хәрби операцияла һәләк булыусыларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.

Колонияла холоҡ төҙәтеүселәр өсөн бер нисә ижади түңәрәк ойошторолған. Йәғни, улар буш ваҡыттарын файҙалы үткәрә. Әҙәби, мәҙәни түңәрәктәргә хөкөм ителеүселәр үҙ теләктәре буйынса йөрөй. Бер нисә ижади коллектив бар, бында йыр-моңға оҫталар күп, гитарала уйнайҙар. Бынан тыш, хеҙмәт менән тәрбиәләү ҡаралған.

Евгений Иванов, Өфөнөң 9-сы холоҡ төҙәтеү колонияһы етәксеһе урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ