80 йыл элек Миңлеғәле Шайморатов Донбасс өсөн алышта геройҙарса һәләк була

Халыҡ хәтерендә мәңгегә. Теүәл 80 йыл элек 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов Донбасс өсөн алышта геройҙарса һәләк була. Бөгөн генерал вариҫтары ошо уҡ ерҙә фашизмға ҡаршы көрәшә. Республика Ватанды һаҡлаусыларға һәр ваҡыттағыса ярҙам күрһәтә. Башҡортостандан делегация легендар комдив ерләнгән бейеклеккә барып, уның рухына ғибәҙәт ҡылды.

Өфөнән 6 йәшлек малайҙың хатын Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле батальон яугирҙарына Башҡортостандың хәрби бәрелештәр ветерандары союзы рәйесе уҡый. Яҡташтарынан гуманитар ярҙамды ҡабул итеү өсөн хәрбиҙәр алдынғы һыҙыҡтан килгән.

Был гуманитар конвойҙы Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улының ҡушыуы буйынса ойошторҙоҡ. Был конвой Доставалов һәм Шайморатов исемендәге ике батальонға тәғәйенләнгән. Күберәк, әлбиттә, техника китерҙек. Мәҫәлән: өс бронированный «Урал», «Уаз Буханкалар», нивалар һәм шулай уҡ коптерҙар, дронға ҡаршы алышыр өсөн мылтыҡтар һәм башҡалар. Шулай уҡ әлеге ваҡытта тәмле аш бешә беҙҙең егеттәр өсөн. Уларҙы термосҡа тултырып алдынғы рәткә, передовойға, еткерәсәктәр. Беҙҙең йылылыҡ уларға байрам алдынан, уларҙың тәндәрен һәм күңелдәрен йылытыр тип ышанабыҙ.

Урал Килсенбаев, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары

Башҡорт батальондарына яуҙан яралыларҙы сығарыу өсөн өс бронле Урал машинаһы килтерелгән, бынан тыш ылауҙа хәрбиҙәргә кәрәкле техника - квадракоптер, тепловизер, рация, һәм дронға ҡаршы ҡоралдар ҙа бар.

Легендар комдив Шайморатовтың һәләк булыуына 80 йыл үтһә лә, герой вариҫтары уны онотмай. Донбасс ерендә командир менән яуҙаштарының рухы мәңгелек тыныслыҡ тапҡан. Башҡортостандан килгән делегация ата-бабаларын хөрмәтләп иҫкә алды, һәләк булғандар рухына ғибәҙәт ҡалды. Урындағы халыҡ мемориалды һәр ваҡыт тәртиптә тота.

Киләсәк быуын, йәштәр өсөн беҙ тарихты һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ, Әгәр ҙә улар ата-бабаларҙы хөрмәт итә икән, тимәк, киләсәк уларҙың ҡулында, улар Ватанын да ҡәҙерләйәсәк.

Зинаида Надён, Луганск Халыҡ Республикаһының халыҡ советы депутаты

Беҙ башҡорттарҙы хөрмәт итәбеҙ, беҙҙең өсөн республика күп изге эштәр башҡарҙы, мәктәп яңыртылды, юлдар төҙөкләндерелде.

Иван Ходосов, Петровское ҡалаһында йәшәүсе

Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мәктәпкә капиталь ремонт яһала. Уҡыу йорто фойеһында генералдың бюсы ҡуйылған, башҡорт кавалеристары иҫтәлегенә бер бүлмәлә музей ойошторолған. Экспонаттарҙың күбеһе Башҡортостандан килтерелгән. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы хөрмәтенә ойошторолған сарала уҡыусылар алдында республика артистары сығыш яһаны.

Концерт программаһынан тыш, башҡортостандар Луганск халыҡ республикаһы уҡыусыларына тарихи экспозияция әҙерләгән. Республика Хәрби дан музейының «Нюренберг дәрестәре» күсмә күргәҙмәһен өлкән класс уҡыусылары үҙ итһә, балалар һүрәттәрен барыһы ла ҡыҙыҡһынып ҡараны.

Ике республика араһындағы дуҫлыҡ йылдар буйы дауам итә һәм ваҡыт үтеү менән көсәйә ғенә. Генерал Шайморатов тураһындағы иҫтәлек был бәйләнеште тағы ла нығыта.

Лилиә Мәҡсүтова

Волна
Акции БСТ