Архангел районының Абҙан ауылы өсөнсө йыл рәттән «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша

Быйыл меңдән ашыу халыҡ йәшәгән Абҙанда айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында күләмле спорт байрамы ойошторолдо. «Ҡышҡы уйындар» фестивалендә БЮТ ижади төркөмө лә булды. БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова дауам итә.

Абҙандар менән таһыллыҡта ярышырға Липовка, Оҙондар, Ырныҡшы һәм ут күршеләре Ҡырмыҫҡалы районы Күлдәр ауылы командалары килде. Спортсылар биш командаға тупланып ярышты. Саңғылар беренселегендә Ырныҡшылар алдынғылыҡты бирмәһә, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып уҙышыуҙа Абҙандарға етеүсе булманы. Көйәнтә менән һыу ташыу, арҡан тартыу, тюбингта пассажирҙар ташыу ярыштары ла сәмле барҙы.

Архангел районының почетлы гражданины, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, «Билдәле яҡташтар» китабы авторы Нәсиә Йосопова Абҙанда ғүмер итә. 47 йыл хеҙмәт стажына эйә Мәғариф ветераны йәшәү рәүеше менән яҡташтарына өлгө булып тора. «Айыҡ тормош - ауыл киләсәге өсөн ыңғай йоғонто яһаясаҡ» тигән фекрҙә ул.

84 йәшлек Ләлә Ғиниәт ҡыҙы Фәйзуллина үҙенең оҙон ғүмерле булыуының серен дөрөҫ туҡланыу һәм спиртлы эсемлектәр ҡулланмау менән аңлата.

Йүнселлектә һәм бөтмөрләктә тирә -яҡта Абҙан ҡатын-ҡыҙҙарына етеүсе юҡтыр. Улар үҙҙәренең белгәндәрен йәштәргә өйрәтә, урта быуын гүзәл заттары йорт шарттарында ҡурсаҡтар, милли кейем тегә.

Абҙандар айыҡ йәшәү девизын күптән һайлаған. Быйыл да ауыл халҡы берҙәм көс булып «Айыҡ ауыл» республика конкурсына ҡушылған. Меңдән ашыу халыҡ йәшәгән ауылдар араһында Абҙандарҙың еңеү яуларына ышанысым ҙур, ти район хәкимиәте башлығы.

«Айыҡ ауыл» республика кокурсы сиктәрендә ойошторолған «Ҡышҡы уйындар» фестивалендә беренсе урынды Оҙондар, Абҙандар икенсе, ә ут күршеләре Күлдәр ауылы командаһы өсөнсө урын яуланы. Сәләмәтлек һәм рух байрамында ҡатнашыусылар, ҡунаҡтарҙы Абҙан хужабикәләре былау, йылы аш, тәмлекстәр менән һыйланы. Спорт сараһы һуңында халыҡҡа бай концерт программаһы тәҡдим ителде.

Абҙанда берҙәм, эшсән халыҡ йәшәй. Абҙандарҙың әйткән һүҙе лә һәр ваҡыт сәпкә тейә. Айыҡ байрамдан олоһо, кесеһе яҡшы кәйеф, рух күтәреңкелеге алып таралды.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ