Экспозиция махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Рәсәй Геройҙары - Башҡортостан егеттәренә арналған Залда дүрт яҡташыбыҙ, үҙҙәре һәләк булғандан һуң Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булған Игорь Нәсибуллин, Тамерлан Илһамов, Алмаз Сафин һәм Максим Серафимовтың шәхси әйберҙәре, хәрби эпикировка, ҡорал төрҙәре тәҡдим ителә.
Батырлыҡ менән бәйле дәүләт һәм халыҡ алдындағы ҡаҙаныш өсөн бирелгән иң юғары награда күргәҙмәгә килеүселәр өсөн дә оло ғорурлыҡ. Ошонда уҡ дәүләт наградаһын үҙ ҡулдары менән алған һәм әлеге ваҡытта хеҙмәтен дауам иткән ир-егеттәр Борис Дудко, Степан Белов тураһындағы мәғлүмәттәр менән дә танышырға мөмкин. 22 февралдә асылған экспозиция йыл дауамында эшләй, зал ишектәре һәр кем өсөн асыҡ.



