Тәтешле районында йәшәүселәр «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында ҡатнаша

Тәтешле районында йәшәүселәр «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында ҡатнашып, алты ауыл зыяратының ҡоймаларын яңыртырға ниәтләй. Бының өсөн смета документтары буйынса республика ҡаҙнаһынан ете миллион һум ярҙам һорала. Бәҙрәш ауылы халҡы ла дөйөм йыйылыштар уҙғарып, бер тауыштан зыярат биләмәһен төҙөкләндереү проектын күтәреп сыҡҡан.

Башкибаш, Иҫке Кәлтәй, Һәүәләй, Гәрәбаш һәм Түбәнге Балтас ауыл зыяраттарының да ҡоймаларын яңыртыу талап ителә. Мәсьәләне хәл итеү маҡсатында республика программаһында ҡатнашыуға заявка әҙерләнгән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ