Өлкән йәштәге ханымды бер быуатлыҡ юбилейы менән яҡындары, район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре тәбрикләне. Йәшлеге Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгән Сабира Зиннәтулла ҡыҙы мәктәп уҡыусылары әҙерләгән ҡотлауҙы йылы ҡабул итеп балаларға оло рәхмәтен белдерҙе.
Шулай уҡ Баҡалы районында йәшәүсе тағы ла бер юбиляр 100 йәшен билдәләне. Биш бала тәрбиәләп үҫтергән Сәхиә Бәҙретдинова яҡындарының ҡотлауҙарын ҡабул итеп тормош юлын иҫкә алды. Дүртенсе классты тамамлағас та ул баҫыу эштәрендә эшләгән, фермала өлкәндәргә ярҙам иткән. Аҙаҡ Һуғыш йылдарында ауыл колхозында тракторсы булып эшләгән.






