Милли йәштәр театрында «Урал батыр» эпосын коллектив һөйләү ойошторолдо

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында башҡорт халҡының тел ҡомартҡыһы «Урал батыр» эпосын коллектив һөйләү ойошторолдо. Тамашала Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Сәсәндәр мәктәбе» студенттары, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры артистары, «Ауаз» фольклор ансамбле, яҙыусылар, ғалимдар ҡатнашты.

«Батырҙан батыр тыуа» тип исемләнгән сара «Уфтанма» ижадханаһы проекты сиктәрендә ойошторолоп, ауыҙ-тел ижадын халыҡ араһында таратыуҙы һәм популярлаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Былтыр проектта ҡатнашыусылар ҡобайырға арналған тематик саралар, һүҙ оҫталары бәйгеһе ойоштороп, «Урал батыр» эпосы көнөн булдырыуға ирешкән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ