Күләмле ярыштарҙа шәхси һәм команда дисциплинары буйынса 6 йәштән 50 йәшкәсә дүрт йөҙҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Чемпионат һөҙөмтәләре буйынса республика йыйылма командаһы булдырылды. Беренсе урын яулаусылар Волга буйы Федераль округында, артабан Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа Башҡортостан данын яҡлаясаҡ. Еңеүселәр исемлегендә Риана Ниғәмәтйәнова ла бар. Ул тхэквондо менән өсөнсө йыл шөғөлләнә.



