Хәрбиҙәрҙе Өфөнөң Совет майҙанында туғандары, балалары һәм дуҫтары ҡаршы алды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса яугирҙарҙы ялға ҡайтарыу һәм кире алып барыу өсөн махсус автобустар бүленгән.
Баш ҡалаға килеп етеү менән ир-егеттәрҙе республика етәксеһенең кәңәшсеһе Алик Камалетдинов үтеп киткән Ватанды һаҡлаусылар көнө менән тәбрикләп, дәүләт именлеге, тыныс тормош өсөн көрәшеүселәргә, уларҙың ғаиләләренә изге теләктәрен еткерҙе. Яҡташтарыбыҙ 10 көн өйҙәрендә булғандан һуң йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланасаҡ.






