Башҡортостан буйынса тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, көнләшеү һөҙөмтәһендә 22 йәшлек егет 16 йәшлек ҡыҙҙы һәм 20 йәшлек егетте сәнсеп үлтергән.
Енәйәттә ғәйепләнеүсе артабан автомобилендә Өфөгә китә. Юл буйында ул инспекторҙарҙы күреп, ҡасырға маташа. Шул мәлдә ҡаршыға килгән «Лада Гранта» менән бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә «Гранта» водителе һәләк була, юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле дауаханаға оҙатылған. Үлтереү һәм юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.
Эске эштәр министрлығының яҡынса мәғлүмәте буйынса, ғәйепләнеүсе яңыраҡ ҡыҙы менән ташлашҡан булған, әммә улар дуҫтарса аралашыуын дауам иткән. Тиҙҙән ҡыҙҙың яңы егет барлыҡҡа килә. Был хаҡта белгәс, ул бысаҡ, сүкеш алып, атаһының машинаһында һөйгәнен күҙәтә башлай. Уңайлы ваҡыт табыу менән ул йәштәргә һөжүм итә. Әле ғәйепләнеүсе дауаханала, хәле тотороҡланғандан һуң тикшереү эштәре үткәреләсәк һәм һаҡ аҫтына алыу тураһында мәсьәлә хәл ителәсәк.



