Асҡын районы Ҡашҡа ауылында ҡышҡы уйындар уҙҙы

«Ҡашҡа-фест» берләштерә. Асҡын районы Ҡашҡа ауылында ҡышҡы уйындар уҙҙы. Төбәк-ара кимәлгә әүерелгән фестиваль Пермь, Свердловск, Силәбе өлкәһенән ҡайтҡан яҡташтарҙы һәм ауыл халҡын берләштерҙе. «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыу сиктәрендә үткән байрамдан БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Саңғы таяҡтары тауышы һәм күтәреңке кәйеф. Асҡын районының Ҡашҡа ауылы халҡы бөтә мәшәҡәттәрен онотоп «Ҡашҡа-фест» ярышына йыйылды. Байрам сәләмәт тормош һәм спорт һөйөүселәрҙең парадынан башланды. Ауыл урамдары буйлап үткәндән һуң, ҡатнашыусылар саңғы уҙышына ҡушылды. Йәйгеһен көн дә велосипедта, ә ҡыш саңғыла йөрөргә яратҡан халыҡ тиҙ арала командаларға тупланып, стартҡа баҫты.

Бәйге Ҡашҡаларҙың ҡаһарман ауылдашы, махсус хәрби операцияла һәләк булған Илнур Ғабдрахмановтың иҫтәлегенә арналды. Матур йолаға әйләнгән «Ҡашҡа-Фест»ҡа ҡатнашырға Асҡын районының төрлө ауылдарынан, күрше төбәктәрҙән дә килгәйнеләр.

Фестиваль «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә үтте. 671 кеше йәшәгән Ҡашҡа ауылы район кимәлендә еңеү яулап, хәҙер республика бәйгеһендә көсөн һынай. Ауылыбыҙ күҙгә күренеп үҙгәрә, күркәмләнә һәм был тәү сиратта халыҡтың берҙәм булыуына бәйле, ти ауыл хакимиәте башлығы.

Ҡашҡа ауылында йәшәүселәр тарафынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең имен-һау йөрөп ҡайтыуҙарын теләп ҡорбан салынған. Фестивалдә ҡатнашыусылар тәмле былау һәм самауыр сәйе менән һыйланды.

Сара аҙағында саңғы ярышы еңеүселәре бүләкләнде. Ҡашҡалар айыҡ тормошто хуплап, заман сиренә ҡаршы көрәшкә берҙәм ҡушылған. Йәш быуынды спортҡа йәлеп итеү, уларҙы дөрөҫ тәрбиәләү һәм эскелекте бөтөрөү уларҙың уртаҡ маҡсаты.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ