Үҙенсәлекле бейеү композициялары, Ер шарының төрлө ҡитғаларында халыҡ бейеүҙәрен башҡарып тамашасы һөйөүен яулап өлгөргән. коллективтың «Башҡортостан» концерт залында үткән юбилей концерты хаҡында киләһе яҙмала.
Был төркөм «Веселинка» өлгөлө балалар хореография ансамблендә беренсе йыл ғына шөғөлләнә. Етәкселәре Оксана Щука улар тамашасы алдында сығыш яһағанда сәхнәлә юғалып ҡалмаһын өсөн рухлы һүҙҙәр ярҙамында ҡанаттарын нығыта. Ә тамаша залында алма төшөрлек тә урын ҡалмаған. Олоһо-кесеһе «Веселинка» ансамбле юбилей концертына эркелешеп килгән. Бейеүселәр ҡулында ансамбль яулаған кубоктар, диплом-сертификаттар. Өс тиҫтә йыллыҡ киң ҡоласлы ижад 500 ашыу диплом, сертификаттар, маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланған.
Оксана Щука- республиканың иң көслө бейеү ҡуйыусыларының береһе. Талантлы хореграфтың башҡорт халҡы этнографияһы, тормош-көнкүрешенә нигеҙләнеп ҡуйылған «Ҡурай йыры», «Башҡорт балы», «Оҙонсәс», «Урал илселәре», «Башҡорт байрам бейеүҙәре» ансамблдең йөҙөк ҡашы. Был постановкалар менән уның тәрбиәләнеүселәре 18 илдә сығыш яһап, тамашасы һөйөүен яулаған, гран-при, халыҡ-ара конкурс фестивалдәрендә дипломант һәм лауреат исемдәренә лайыҡ булған.
Оксана Щуканан бейеү серҙәренә төшөнөүселәр араһында яҙмышын ҙур сәхнә менән бәйләүселәр ҙә бихисап. Улар иҫәбендә Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы студентары Әминә Кантюкова менән Айнур Иәбәтуллин да бар. Юбилей концертында улар бейеү сәнғәтендә ирешкән уңыштары менән һөйөндөрҙө.
Ансамбль репертуары хәрби патриотик-темаға арналған бейеүҙәр менән дә байытылған. «Пилоттар» хореографик композицияһын тамашасы көслө алҡыштарға күмде.»Веселинка»бейеүселәре милли нағыштар менән биҙәлгән, сағыу костюмдарҙа сығыш яһай. Заманса стилләштерелгән сәхнә кейемдәре Наталья Степанованың ижад емеше.
Сәхнәгә ансамблдә төрлө йылдарҙа тәрбиәләнеүселәр ҙә күтәрелде. Бынан тыш, коллективта ҡанат нығытып төрлө ҡитғаларҙа белем алыусылар ҙур экран аша видеосәләм юлланы. «Веселинка» ла быуындар күсәгилешлеге дауам итә. Санкт-Петербург сәнғәт институтын тамамлап ҡыҙы Елизавета Боровикова әсәһе юлын дауам итә, коллективҡа эшкә ҡайта. Һәләтен һәм белемен ул бөгөн яңы бейеү постановкалары ҡуйыуға йүнәлтә . Бөгөн ирешелгән Уңыш- ҡаҙаныштары өсөн Оксана Щука тәүге бейеү уҡытыусыһы Роза Дәрүиш ҡыҙы Ҡарасуринаға рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.
Өс тиҫтә йыл эсендә «Веселинка» өлгөлө балалар хореография ансамбле донъя һәм илебеҙ сәхнәләрендә тиҫтәнән ашыу гран-при яулаған,18 -тән ашыу халыҡ-ара фествалләрҙә лауреат исемен яулаған. Ансамбль етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре балалар, үҫмерҙәр, йәштәр өсөн эшләгән Оксана Щуканы ысын мәғәнәһендә республиканың, илебеҙҙең һәм донъяның иң яҡшы хореографтарының береһе тип атарға мөмкин.
Гүзәл Борханова



