Саҡмағош районынан Вадим Әхмәтов ташландыҡ мәктәптең спорт залын төҙөкләндереп турнирҙар уҙғара

Саҡмағош районының Ҡара ерек ауылында йәшәүсе Вадим Әхмәтов ташландыҡ мәктәптең спорт залын төҙөкләндереп волейбол буйынса турнирҙар уҙғара. Яратҡан спорт менән шөғөлләнеү өсөн зал булмауы ҡаршылыҡ түгел. Саҡмағош районының Ҡара ерек ауылында йәшәүсе Вадим Әхмәтов ташландыҡ мәктәптең спорт залын төҙөкләндереп волейбол буйынса турнирҙар уҙғара. Был ниәтте тормошҡа ашырыуҙа уға ауылдаштары ла ярҙам итә.

Ауыл мәктәбе 9 йылдан ашыу буш торған. Белем усағының ҡарасҡы булып тороуы менән килешә алмайым, ти 40 йыл буйы физкультуранан уҡытҡан Рәис Әхмәтов та. Ике бер туған залды үҙ көсө менән төҙөкдләндереп, йылытыу ҡорамалдары ҡуйып волейбол уйнарға яраҡлы рәүешкә килтерә. Хәҙер бында спорт менән шөғөлләнергә күрше ауылдарҙан да киләләр.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ