Туризм үҫеше күҙлегенән беҙҙең иң ҡыҙыҡлы проекттарҙың береһе - Мәләүез районындағы Воскресенск баҡыр иретеү заводы халыҡ-ара кимәлдә танылыу яуланы. Ул ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫының яҡынса исемлегенә инде. Һөйөнөслө яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уртаҡлашты.
Воскресенск баҡыр иретеү заводы - Көньяҡ Уралдағы иң ҙур метталлургия производстволарының береһе. Ул 1745 йылда төҙөлгән. 150 йыл эшләү дәүерендә бында Рәсәй империяһынан ситтә лә ихтыяж менән файҙаланған 28 мең тоннаға яҡын таҙа баҡыр сығарылған.
Күптән түгел уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттарының Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүе һөҙөмтәһендә завод эргәһендәге биләмәне төҙөкләндерҙек. Бында - «Арт-үҙәк Воскресенск заводы» йәмәғәт киңлеге барлыҡҡа килде. Артабан Воскресенск картиналар галереяһын, Нестеров исемендәге художество музейының филиалын реставрациялау ҡарала. Ул заводтан алыҫ түгел урынлашҡан һәм берҙәм тарихи-мәҙәни комплексҡа инә. Сәнәғәт мираҫын һаҡлау буйынса эште артабан да дауам итәсәкбеҙ. Башҡортостандың башҡа райондарында ла ҡыҙыҡлы объекттар бар, тип яҙған Радий Хәбиров.






