Республика иппотерапия үҙәге традицион уйындарҙан тыш, аттарҙа сағыу тамаша ойошторҙо. Республика иппотерапия үҙәге 20 йылдан ашыу эшләп килә, учреждение конкурс-фестивалдәрҙә даими ҡатнаша, төрлө саралар ойоштора. Ҡыш оҙатыу халыҡ көтөп алған күңелле, сағыу байрамдарҙың береһе.
Был юлы ла ҡунаҡтар өсөн бай йөкмәткеле программа әҙерләнгән. Майҙанда әле генә ҡойолған ҡоймаҡтан ауыҙ итергә лә, ҡул эштәре күргәҙмәһендә сувенирҙар алырға, төрлө уйын-конкурстарҙа ҡатнашырға ла мөмкин. Сәхнә оҫталары сараға килеүселәр өсөн йырлы-моңло тамаша әҙерләһә, иппотерапия үҙәге хеҙмәткәрҙәре аттарҙа сағыу тамаша тәҡдим итте.
Ойоштороусылар байрамға Башҡортостанда ваҡытлыса йәшәү урыны тапҡан 100-ҙән Донбасс вәкилдәрен дә саҡырған. Байрам ҡыш оҙатыу хөрмәтенә ҡарасҡы яндырыу менән тамамланды. Саранан өлкән быуын вәкилдәре лә, балалар ҙа ҡәнәғәт ҡалды, бай тәьҫораттар алып таралышты.



