Континенталь хоккей лигаһында даими беренселек тамамланды. Юлаевсылар Көнсығыш конференцияла икенсе урын алды һәм Кубок өсөн турнир ҡағиҙәләре буйынса 7-се урындағы команда менән көс һынаша. Владивосток хоккейсылары менән тәүге ике осрашыу 1 һәм 3 мартта Өфөлә була. 4 еңеү яулаған команда киләһе этапҡа сыға.




