Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы барышында ҙур мәҙәни саралар үткәрелә

Ойоштороу комитеты ултырышында абруйлы сара программаһы менән таныштырҙылар. Юбилейлы 10-сы форум Өфөлә 26-28 июндә уҙа. Унда ике дәүләт башлыҡтары Владимир Путин һәм Александр Лукашенко ҡатнашыуы көтөлә. Мәҙәни программаға ярашлы, “Евразия йөрәгендә Славян баҙары” тигән халыҡ-ара сәнғәт фестивале, “Дуҫлыҡ урамы” этник мәҙәниәттәр байрамы, милли аш-һыу фестивале үтә, халыҡ-ара профилле лагерь, рәссамдар өсөн пленэр, мода күрһәтеү, шулай уҡ “Хәтер поезы” тигән патриотик мәҙәни-мәғариф проекты ойошторола. Бынан тыш, Рәсәй һәм Беларусь йәштәре форумы, мәктәп спорты халыҡ-ара фестивален уҙғарыу ҡарала.

Фото №1 - Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы барышында ҙур мәҙәни саралар үткәрелә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ