Дәүләт программаһына ярашлы быйыл шундай сумма ҡаралған. 2014 йылдан төҙөкләндереүгә федераль һәм төбәк бюджеттарынан 382 миллион һум йәлеп ителгән. Ошо ваҡыт эсендә ауыл мәктәптәрендә 500-ҙән ашыу спорт залы тәртипкә килтерелгән. Быйыл программаға ярашлы 43 мәктәптә ремонт үткәрелә, шулай уҡ спорт ҡорамалдары һәм йыһаздары һатып алына.




