Өфөлә беренсе тапҡыр страйкбол буйынса республика турниры үтте

Был йүнәлеш спорт төрө булараҡ күптән түгел генә рәсмиләштерелгән. Әлеге ваҡытта старйкбол үҫеше өсөн акредитация үткән федерация яуаплы. Эшсе йәштәр араһында уҙғарылған беренсе рәсми ярыш хаҡында киләһе яҙмала.

Ғәҙеллек ярышы- был страйкболдың икенсе исеме. Пейнтболдан айырмалы, бында буяуһыҙ шарҙар ҡулланыла. Сөнки туп тейгән осраҡ хаҡында ике уйынсы ғына беләсәк. Дуҫтар уйынында алдашыу һәм мутлашыу хупланылмай. Уйынға тотош ғаилә менән килеүселәр ҙә бар. Әйткәндәй, «Тирекс» командаһында ла ағалы-ҡустылылар уйнай.

Страйкбол-хәрби-тактик спорт төрө. Хәрби тактика менән мауығыуыбыҙ арҡаһында беҙ ошо спорт төрөн үҙ иттек.Шуныһы ҡыуаныслы страйкбол республикала йылдан-йыл киңерәк ҡолас менән үҫешә.

Валерий һәм Илья Деминдар, «Страйкбол» буйынса республика турнирында ҡатнашыусылар

Турнирҙа 4 команда ярышты. Уларҙың төп бурысы- майҙандың ҡаршы яғына сығып беренсе булып флаг ҡаҙау.

Хаки төҫөдәге костюмдар-маскировкалауҙа төп ярҙамсы. Ярыштар ғәҙәттә яланда үтә. Өфө турнирына ай дауамында әҙерләнгәндәр. Страйкбол секциялары республикала 10 йыл уҙғарыла. 3 йыл элек ул спорт төрө булараҡ Бөтә Рәсәй реестрына индерелгән. Страйкбол буйынса рәсми турнир спорт министрлығы һәм алыш сәнғәте берлеге ярҙамында ойошторола.

Страйкболға ни бары 10 йыл. Элек ул хобби кимәлендә генә ине, һуңғы йылдарҙа уйын рәсмиләштерелде. Был спротҡа килеүселәр бермә-бер артты. Беҙ хәҙер республика күләмендә лә турнир үткәрә алабыҙ.

Артем Новиков, Башҡортостандың Спорт министры урынбаҫары

Беренсе турнир еңеүселәренә кубок, миҙалдар менән бергә пластмасса шарҙар тупланмаһы ла тапшырылды. Ярыш спортсыларҙа киләһе турнирҙарға тағы ла етдирәк әҙерләнеү өсөн сәм уятты.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ