Әле баш ҡала урамдарында 305 берәмек коммуналь махсус техника һәм 400-ләп юл хеҙмәткәре эшләй. Ихаталарға 111 берәмек ҡар таҙартыу техникаһы, 600-ҙән ашыу урам һепереүсе, идарасы компанияларҙан 561 эшсе йәлеп ителгән. Тәү сиратта магистралдәр, йәйәүлеләр юлдары, транспорт туҡталыштары һәм тротуарҙар таҙартыла.
Артабан баш ҡала хеҙмәттәре махсус секторға һәм икенсел әһәмиәтле урамдарға күсә. Бер үк ваҡытта ҡыйыҡтар ҙа таҙартыла. Бында 89 бригада составында 280 кеше эшләй. Алдараҡ хәбәр ителеүенсә, насар һауа шарттарына бәйле, республика юлдарының айырым участкаларында транспорт хәрәкәте ваҡытлыса сикләнде. Водителдәргә әллә ни ихтыяж булмағанда алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш ителә.



