Тәтешле районы Һәүәләй ауылында йәшәүселәр «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында ҡатнашып, ике зыяраттың ҡоймаларын яңыртырға ниәтләй. Дөйөм йыйылыштарҙа изге ниәт бер тауыштан хупланған, инициатив төркөм менән берлектә смета документтары әҙерләнгән. Зыяраттарҙың биләмәһен төҙөкләндереүгә республиканан 1 миллион 200 мең һум финанс ярҙам һорала. Ҡалған сумма урындағы халыҡ, бағыусылар һәм район ҡаҙнаһынан туплана.
Былтыр Һәүәләйҙәр республика программаһында ҡатнашып, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә обелиск ҡуйҙыртыуға ирешкәйне. Дөйөм алғанда, Аҡбулат ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар урындағы башланғыстар программаһында дүрт тапҡыр еңеү яулаған. Халыҡ тырышлығы һәм дәүләт ярҙамы менән бер нисә ауылда мәктәптәр төҙөкләндерелгән, Иҫке Аҡбулатта монумент асылған, шулай уҡ биләмәгә мобиль янғын һүндереү комплексы алынған.






