Ҡышты оҙатып яҙҙы ҡаршы алыу йолаһы ғәҙәттәгесә, төрлө быуын һәм милләт вәкилдәрен берләштерҙе. Сағыу тамашалар менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Башҡортостанда Масленица байрамы һәр милләт халҡына яҡын. Иглин ауылында быйыл ул айырыуса сағыу үтте. Үҙәк майҙанға ҡуйылған ҡарасҡыны яндырыу - именлек һәм яңырыу билдәһе. Сәхнәлә байрам символына арналған театрлаштырылған тамаша күрһәтелде. Үҙешмәкәр коллективтар таҡмаҡ, йыр-бейеүҙәр менән һөйөндөрһә, аниматорҙар төрлө уйын-конкурстар, спорт ярыштары ойошторҙо. Олоһо ла, кесеһе лә ял сәғәттәренән онотолмаҫ тәьҫораттар алды.
Ҡышты оҙатыу ҡоймаҡ менән һыйланмай үтмәй. Берәүҙәр был ризыҡты майлап, икенселәр баллап ауыҙ итте. Ауыл хужалығы йәрминкәһе сиктәрендә арзан хаҡҡа һөт, ит, бал продукцияһын да һатып алырға мөмкин ине.
Ҡыш менән Өфө районы Урыҫ Юрмашы ауылында йәшәүселәр ҙә хушлашты. Биләмәлә көн дауамында милли аш-һыу, ҡул эштәре күргәҙмәләре эшләне. Майҙанға йыйылыусыларға самауыр сәйе, ҡоймаҡ тәҡдим ителде.
Масленица Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы яр буйында ла киң билдәләнде. Ҡаланың мәҙәниәт учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре бай йөкмәткеле концерт-уйын программаһы ҡуйҙы. «Мәргән уҡсы» хәрәкәте тарафынан иһә уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарылды. Асыҡ һауала әҙерләнгән байрам аштарының тәме тирә - йүнгә таралды.
Гөлназ Хәйбуллина






