Баймаҡ районында махсус хәрби операцияла һәләк булған Ғәзиз Мөхәмәҙиҽвтың иҫтәлҽгҽнә таҡтаташ асылды

Баймаҡ районы Өмөтбай ауылында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Ғәзиз Мөхәмәҙиҽвтың яҡты иҫтәлҽгҽнә таҡтаташ асылды. Мемориаль таҡта һалдаттың тыуған мәктәбҽнә ҡуйылды.

Ғәзиз Мөхәмәҙиевтың ғүмере уҙған йылдың август айында хәрби бурысын үтәгәндә өҙөлә. Яҡындары, иптәштәре Ғәзизде алсаҡ, тырыш һәм ярҙамсыл итеп иҫкә ала.

Батырҙың яҡты иҫтәлегенә Өмөтбай ауылы халҡы Ғәзиз уҡыған мәктәптә таҡтаташ асыу ниәте менән сыға. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан һалдаттың исеме мемориал таҡтаға баҫылып, мәңгеләштерелә.

Рәсәй Президенты Указы менән Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы, фиҙәҡәрлеге өсөн Ғәзиз Рәғип улы Мөхәмәҙиевҡа вафатынан һуң Батырлыҡ һәм Генерал Шайморатов ордендары тапшырылды.Шулай уҡ Ватанына тоғро,ысын һалдат тәрбиәләгән Альбина Исламова «Ҡатын ҡыҙ ‐милләт әсәһе» миҙалы менән бүләкләнде.

Раушания Рәхимова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ