Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы нигеҙендә булдырылған үҙәк махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар башланғысы менән Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарары буйынса ойошторолған. Радиоэлектроника колледжы кәрәкле лаборатор база менән йыһазландырылған һәм квадракоптер менән идара итеү өсөн махсус күнекмәләргә ҡулайлаштырылған.
Бөгөн колледж уҡытыусыларының тәүге йыйылышы үтте. Белем биреү учреждениеһы Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары менән берлектә эшләйәсәк.
Эксперименталь программа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҡатнашлығында төҙөлгән, ул бер нисә өлөштән тора. Үҙәктә шөғөлләнеүселәр пилотһыҙ апараттар менән идара итергә өйрәнә, уларҙы хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау оҫталыҡтарын нығыта.



