Бөгөн Александр Матросовтың геройҙарса һәләк булыуына 80 йыл

Ул 1943 йылдың 27 февралендә Чернушки ауылын азат итеү өсөн барған һуғышта дошман дзоты амбразураһын үҙ күкрәге менән ҡаплай һәм совет батальонының уңышлы һөжүмен тәьмин итә. Ҡаһарманлығы өсөн ҡыҙылармеецҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. 1943 йылдың көҙөндә герой хеҙмәт иткән 254-се гвардия уҡсылар полкы Александр Матросов исемен йөрөтә башлай. Рәсәйҙең Оборона министрлығының Үҙәк архивында яҡташыбыҙҙың батырлығы тураһында дәлилдәр һаҡлана.

Бөгөн Өфөнөң Ленин исемендәге паркында ҡаһарманлыҡ өлгөһө ҡалдырған Алекасандр Матросовтың һәйкәленә кадет кластары уҡыусылары ҡәнәферҙәр һалды.

Беҙҙең республика геройҙарға бай. Александр Матросов быға асыҡ миҫал. Ул үҙ ғүмерен аямайса тыуған иле тыныслығы өсөн көрәшкән. Бындай сараларҙы үткәреү әлеге ваҡытта айырыуса кәрәк тип иҫәпләйем, сөнки беҙҙең ир-егеттәр махсус хәрби операцияла ҡатнашып, ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтә.

Владимир Жебровский, Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ