Байым ауылындағы сара республикалағы тәүге Уҡытыусы һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Былтыр Уҡытыусылар көнө алдынан белем усағы майҙансығында донъялағы иң изге һөнәр эйәләре - Уҡытыусыға һәйкәл асылды. Уны эшләү тәҡдиме менән ошо мәктәптә белем алған һәм тәүге хеҙмәт юлын башлаған Әбйәлил районы ветерандар советы рәйесе Ансар Төлкөбаев сығыш яһаны. Талантлы уҡытыусы һыҙаттарын үҙенә туплаған һәйкәлдең тап Байым ауылында урыны алыуы бөтә район өсөн оло ҡыуаныс.
Хәҙерге уҡытыусылар һәр уҡыусыла шәхес күрә һәм тәрбиәләргә тейеш. Был йәһәттән Байым ауылы мәктәбе үҙенең уҡыусылары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Уҡытыусы һәм остаз йылын асыу тантанаһы урындағы балаларҙың дәртле сығыштары менән үрелеп барҙы. Осрашыуҙа бер төркөм мәғариф алдынғыларына Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Ошондай уҡ сараларҙы артабан Әбйәлилдең ҡалған ауылдарында ла ойоштороу ҡаралған.






