Быйыл программала 11 ауыл һәм ҡала биләмәһе ҡатнашырға теләк белдерҙе. Бөтә биләмәләрҙә дөйөм йыйылыштар үтте. Халыҡ киҫкен һәм социаль әһәмиәткә эйә булған проблемаларҙы күтәреп сыҡты. Ишембай телевидениеһы ла ҡатнашырға ҡарар итте. Журналист Хәнә Мәҡсүтова.







