13 бала әсәһенә - дәүләт наградаһы

Ил Президенты Владимир Путин Балтас районынан Альбина Хәйҙәршинаға Герой-әсә тигән маҡтаулы исем биреү тураһында указға ҡул ҡуйған. Тейешле документ рәсми мәғлүмәттәр порталында донъя күргән. Альбина Хәйҙәршина  ғаиләлә бер үҙе генә үҫкән. “Күмәк балалар тәрбиәләргә хыялландыҡ. Сабыйҙар ҙур бәхет”, - ти Альбина һәм Венер Хәйҙәршиндар.

13 бала әсәһенә - дәүләт наградаһы

“Герой-әсә” исеме Советтар Союзында 1944 йылда булдырыла. 1991 йылдан туҡтатылып тора. Ил етәксеһе ҡарары буйынса ул былтыр августа яңынан тергеҙелде. Маҡтаулы исем менән 10 һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатындар бүләкләнә. Әсәләргә 1 миллион һум аҡса бирелә. Башҡортостанда ун һәм унан күберәк бала тәрбиәләнгән 60 ғаилә бар.

Фото №1 - 13 бала әсәһенә - дәүләт наградаһы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ