Уҙған йылда сит илдәргә экспорт 10 процентҡа артҡан. Был турала Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр итәләр. Ҡытай менән сауҙа - 25, Ҡаҙағстан менән - 20, Төркиә менән 50 процентҡа үҫкән. Башҡортостан 112 ил менән алыш-биреш итә. Радий Хәбиров белдереүенсә, күп илдәр хеҙмәттәшлектән баш тартты, әммә яңы партнерҙар бар. Тауар әйләнешендә был асыҡ күренә.




